Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2022, 10:20

«Ҡашҡаҙан»ға килеп, күңелеңә ял ал!

  Төҙөкләндерелгән "Ҡашҡаҙан" ял паркы хәҙер баш ҡалабыҙҙың Һупайлы биҫтәһендә йәшәүселәрҙең генә түгел, барлыҡ өфөләрҙең дә яратҡан урынына әүерелде.

«Ҡашҡаҙан»ға килеп, күңелеңә ял ал!
«Ҡашҡаҙан»ға килеп, күңелеңә ял ал!

 

 

90-сы йылдарҙа Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге  Ҡашҡаҙан күле урынын хәтерләйһегеҙҙер: бер иш  панель йорттарҙан торған был микрорайонға тауҙан килеп  килеп төшкәс тә, маршал Жуков менән Баязит Бикбай  урамдары киҫелешендә ҡамыштарға күмелеп ултырған  һәм сүп-сар ташланған һаҙлыҡ ҡаршы ала торғайны.  Һәр саҡ ел һәм туҙан, ҡом уйнап торған, ямғырҙан һуң тиҙ генә кипмәгән  ҙур-ҙур күләүлектәр хасил булған был биҫтәлә , Өфө йылғаһы ярын иҫәпкә алмағанда, йәшеллектең етмәүе  йәйге  көндәрҙә үҙен һиҙҙерә ине. Йылдан-йыл ҙурайған, 120 мең кеше йәшәгән  биҫтәлә халыҡ күпләп йыйылған заманса  ял зонаһы булдырыу ихтыяжы күптән тыуғайны.

  Бынан 40 йыл элек,  күп ҡатлы йорттар төҙөлөшө башланғас та, архитекторҙар биҫтәлә һыу ятҡылығы эргәһендә парк булдырыу проектын эшләй , әммә ул күп йылдар бойомға ашырылмай килә .

   «Ҡала мөхитен комфортлы формалаштырыу» федераль проектына ярашлы, Өфөнөң йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү маҡсатында  Ҡашҡаҙан күле булған урынды төҙөкләндереү, уның һыуын таҙартып, бында  һыу эсендәге ҙур гидродинамик  фонтан менән бар талапҡа ла яуап биргән  заманса парк булдырыу   был ташландыҡ хәлдәге һәм тәртип булмаған  урынды  һупайлыларҙы ғына түгел, барлыҡ өфөнө лә үҙенә тартып торған үҙәккә әүерелдерҙе . Йәйгеһен бында «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы асылды.

Дүрт йыл дауам иткән глобаль реконструкция барышында элекке ташландыҡ биләмә хәҙер танымаҫлыҡ булып  үҙгәргән: Ҡашҡаҙан күле тулыһынса ҡоротолоп, киңәйтелгән, тәрәнәйтелгән, унан унан 400 мең кубометр бысраҡ ләм, сүп-сар сығарылған. Таҙа һыу ебәрелеп, ул бер кимәлдә торһон өсөн һыу ятҡылығы төбөнә  балсыҡтан гидроизоляция ҡоролмаһы ҡуйылған. Һыуҙың бысраныу хәүефе юҡ: яр буйлап ирегән ҡар һәм ямғыр, тау башындағы шәхси йорттар янынан ағып төшкән һыу өсөн һыу канализацияһы ҡуйылған.

Архитекторҙар менән төҙөүселәр ландшафттың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, тәбиғилекте һаҡларға тырышҡан. Күл тирәләй ағастан яһалған ҡурай тажын хәтерләткән ете түңәрәк пирс, амфитеатрҙар, кафелар,эскәмйәләр, эйгестәр, берҙәм стилдәге сауҙа нөктәләре бөтәһе лә ағас материалдарҙан яһалған. Элекке ләмле урынға аҡ ҡом түшәлгәс,йәйгеһен балалар рәхәтләнеп ошо йыһазландырылған пляжда уйнай, һыу инә, ата-әсәләре менән ҡыҙына ала. Спорт зоналары күп: теләүселәргә катамаран станцияһынан кәмәләр  алып, күлдә сәйәхәт итергә мөмкин. Хатта прокатка бирелгән  велосипед, самокаттар, роликтарҙа  Ҡашҡаҙан тирәләй 2 км йөрөп килеү мөмкинлеге лә бар. Балалар өсөн аттракциондарҙың булыуы ла паркты йәнләндерә. Пляж волейболы өсөн айырым урын булдырылған.

Парктың иң матур урыны  – һыуы 25 метр бейеклеккә һиптереп эшләнгән мультимедиялы фонтан . Музыкаль һыу һиптергес яйланма  яртышар сәғәт һайын тоҡана . Утлы музыкаль шоуҙы тамаша ҡылыусылар : «Дубай үҙебеҙҙә!» – тип һоҡланыуын йәшермәй.

   «Ҡашҡаҙан» паркы быйыл йәй асылһа , ла төҙөлөш дауам итә. Күл эсендә сәхнә, ресторан, кафелар төҙөләсәк.

Ҡышҡыһын да бынан халыҡ өҙөлмәй: берәүҙәр ғаиләләре менән ял итергә, икенселәр йүгерегә, скандинавия таяҡтарында йөрөргә сыға. Күл һыуы тулыһынса туңһа, ҙур һырғалаҡ эшләнәсәк.

    Паркҡа ял итергә килеүселәр менән һөйләшәбеҙ.

  Евгений Владимиров  ҡатыны, балалары менән ял итергә сыҡҡан.

– Беҙҙә лә, ниһайәт, сит илдәрҙәге кеүек ял урындары, парктар төҙөргә өйрәнделәр. Бында халыҡ ял итергә, музыкаль фонтанды ҡарарға ғына йөрөмәй, спорт менән шөғөлләнергә лә килә. Бер - береһенә тығыҙ итеп төҙөлгән йорттар араһына автомобилдәрҙе ҡуялар ҙа, балаларҙы уйнатырға, йүгерергә лә урындар юҡ бит. Йәй етһә, барыбыҙ ҙа эҫегә сыҙамай йылға-күлдәр эргәһенә  барырға ашығабыҙ. Хәҙер Һупайлы биҫтәһендә лә ҡала шау-шауынан ял итерлек урын асылды. Беҙгә ул бик оҡшай. Тик вандалдар ғына ҡуйылған эскәмйәләрҙе, эйгестәрҙе, спорт яйланмаларын емермәһен, – ти ул.

  Вәлиә Сәғитова 4 йәшлек улы менән күлдә йөҙөп йөрөгән өйрәктәрҙе ашатырға килгән.

– Парк биләмәһенең ҙур , халыҡ өсөн уңайлы булыуы оҡшай. Ял зонаһы асылғас та, ошонда велосипедта йөрөргә килә инек. Балаларға бигерәк тә фонтанды оҡшата. Күлде өйрәктәр ҙә үҙ итте. Әле шуларҙы ашатырға йөрөйбөҙ. Һырғалаҡ асылһа, конькила шыуырға киләсәкбеҙ. Өфөлә йорттар күп төҙөлә, ә парктар юҡ. Йәшеллек, һыу булған урындарҙы күберәк булдырырға кәрәк, – тигән теләктәрен еткерҙе ул.

    Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙы күҙ уңында тотҡанда, миллионлы ҡалаларҙа  заманса ял парктары һыу ятҡылығында төҙөлгән «Ҡашҡаҙан»  кеүек булырға тейештер ҙә. Тиҙҙән ҙур юбилейын ҡаршылаясаҡ баш ҡалабыҙға ысынлап та матур бүләк булды ул.

 

Фотолар: Юлай Кәримов .sobaka.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: