Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2022, 16:10

Кәрәкле дарыуҙар үҙебеҙҙә етештерелә

  Бөгөн БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә «Фармстандарт- Өфө витамин заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Наил Низаметдинов предприятиеның эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне һәм үҫеш переспективалары менән таныштырҙы.  

Кәрәкле дарыуҙар үҙебеҙҙә етештерелә
Кәрәкле дарыуҙар үҙебеҙҙә етештерелә

 «Фармстандарт-Өфө витамин заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 1941 йылдан алып дарыу препараттары сығарыуға махсуслаша. 2003 йылдан «Фармстандарт» компаниялар төркөмөнә инә һәм Рәсәйҙең төп фармацевтика предприятиеларының тәүге унау исемлегендә тора. Фармацевтик ойошма  структураһында - 7 етештереү цехы иҫәпләнә. Йыл һайын  200 миллион ҡаптан ашыу препарат сығарыла. Бында  2 меңдән ашыу  кеше эшләй.

 Һуңғы 14 йылда «Фармстандарт-ӨфөВИТА» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә өҙлөкһөҙ модернизациялау процесы бара. 17 яңы заманса участка эшләй башлаған. «Фармстандарт-ӨфөВИТА» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү ҡеүәттәре таблеткалар, драже, капсулалар, ампулаларҙа, флакондарҙа, картридждарҙа, тултырылған шприцтарҙа инъекция препараттары сығарырға мөмкинлек бирә.

Йыл һайын «Фармстандарт-ӨфөВИТА» асыҡ акционерҙар йәмғиәте донъяның алдынғы компаниялары кеүек контракт производствоһы сиктәрендә сығарылған препараттарҙың иҫәбен киңәйтә. Бөгөн завод номенклатураһында 230-ҙан ашыу препарат иҫәпләнә, шуларҙың 100-гә яҡыны йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә инә. Ул - шешкә ҡаршы препараттар, тарҡау склерозды, туберкулезды дауалау препараттары, вирусҡа ҡаршы, шул иҫәптән ВИЧ-инфекцияға ҡарата әүҙем дарыуҙар, инсулиндар һәм пациенттарға кәрәкле башҡа дарыуҙар. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса продукция сығарыу 96 миллион ҡап тәшкил итәсәк, шуларҙың 67 миллионы - йәшәү өсөн мөһим препараттар.

2021 йылда продукция етештереү күләменең артыуы Спутник V вакцинаһын етештереүгә бәйле. Уны етештереү 2022 йылдың икенсе ярты йыллығынан сирҙең кәмеүенә бәйле туҡтатылған.

Әле импортты алмаштырыу буйынса 44 дарыу препаратын һәм 11 препаратты сығарыу ойошторолған. Йыл һайын бындай продукцияны сығарыу арта һәм быйыл 24 миллион ҡап, йәғни 6,9 миллиард һум тәшкил иткән. Әҙер дарыу формаларын сығарыу күләмен арттырыу һәм уларҙы етештереүҙе ойоштороу өсөн предприятиела йыл һайын инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Уҙған өс йылда етештереү ҡеүәттәренә инвестициялар күләме 5,5 миллиард һум тәшкил иткән. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, быйыл инвестициялар күләме бер аҙ кәмегән. Был ғәмәлдәге, яңыртырға йәки реконструкцияларға мөмкин булған объекттарҙың тамамланыуы менән бәйле.

Быйыл декабрҙә гемофилияны дауалауҙа ҡулланылған гемостат ҡан плазмаһы препаратын етештерәсәк цех сафҡа индереләсәк.2023 –2025 йылдарҙа яңы производство корпусы төҙөләсәк.

 

Фото: med-x-ray.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: