Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, ҡатнашыу өсөн хакимиәттәргә муниципаль йәки йорт яны биләмәһендә иң яҡшы объектты һайларға, шунан һуң ғаризаны БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ебәрергә кәрәк.
Конкурс биш номинация буйынса уҙғарыла - «Өфөнөң ҡала эсендәге райондарында иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы», «Ҡала округтарында иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы», «Ауыл биләмәләрендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» һәм «Күп фатирлы йорт биләмәһендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы». Жюри ағзалары үҙенсәлекле биҙәлеш, ҡорамалдарҙың заманса элементтары булыуы, яҡтылыҡ элементтары һәм иллюминация ҡулланыу, Яңы йыл шыршыларын, скульптура композицияларын, боҙ һындарын, әкиәт персонаждарын, боҙ тауҙарын байрамса биҙәүҙе баһалаясаҡ.
Фото:news.myseldon.com