Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2022, 13:50

Башҡортостан транспорт күргәҙмәһендә ҡатнаша

Иртәгә Мәскәүҙә  Транспорт аҙналығы башлана.  

Башҡортостан транспорт күргәҙмәһендә ҡатнаша
Башҡортостан транспорт күргәҙмәһендә ҡатнаша

 

Мәскәү ҡунаҡһарайында үтәсәк «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе тармаҡтың 3000-дән ашыу лидерын: федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәрен, илдең транспорт һәм транспорт машиналары эшләү, һанлаштырыу һәм инфраструктура төҙөлөшө өлкәһендәге төп предприятиелары етәкселәрен бер майҙансыҡҡа йыясаҡ. Форумдың эшлекле программаһын РФ Хөкүмәте етәкселеге ҡатнашлығындағы «Рәсәй транспорты. Яңы шарттарҙа үҫеш стратегияһы» пленар дискуссияһы аса.

 «Беҙҙең республиканан  ҙур делегация ҡатнаша. Башҡортостан үҙенең ҙур стендын да ҡуйған, унда үҙ эштәрен күрһәтәсәк. Был саранан яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтырбыҙ, тип ышанам», – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә.

  Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итеүенсә, республика делегацияһы йылғала суднолар йөрөтөүҙе тергеҙеү мәсьәләләре буйынса Росморречфлот етәкселеге менән осрашырға ниәтләй.

«Автодор» компаниялар төркөмө етәксеһе менән республиканың М-12 федераль трассаһын төҙөүҙә ҡатнашыу мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләйбеҙ. Стендты Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов барып күрергә вәғәҙәләне. Уның менән тимер юл проекттарын, шул иҫәптән Өфө тимер юл ҡулсаһын тикшерергә ниәтләй инек», – тип билдәләне транспорт министры.

 

 

Фото: 

 

ria.ru

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: