Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2022, 15:35

Барыһы ла - балалар өсөн

  Яңы йыл байрамдарында балалар өсөн ниндәй тамашалар, ярыштар ойоштороласаҡ?

Барыһы ла - балалар өсөн
Барыһы ла - балалар өсөн

 

Бөгөн БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин Яңы йыл байрамында балалар өсөн уҙғарыласаҡ саралар тураһында һөйләне.

22 декабрҙә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында  республиканың уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, шулай уҡ ишле һәм (йәки) инвалид, етем, ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн Республика Яңы йыл шыршыһы үткәрелә.

Унда 1000 уҡыусы ҡатнаша. Быйыл балаларҙың түбәндәге категориялары өҫтәлгән:

- Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары ҡасаҡтарынан балалар;

- хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында яңы йыл тамашаһын ике ағымда ойоштороу күҙаллана:

сәғәт 10-да - республиканың алыҫ райондарынан килгән делегациялар өсөн,

сәғәт көндөҙгө 1-ҙә - район муниципалитеттарынан делегациялар өсөн.

Финанслау БР Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ҡаралған һәм 6 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Республика Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусы һәр кем бүләккә йомшаҡ уйынсыҡ, ике дәүләт телендә китап һәм татлы сувенир менән рюкзак аласаҡ.

 Яңы йыл каникулдары осоронда «Ғаилә уйындары – 2023» ойоштороласаҡ. Был спорт сараһы муниципаль һәм республика этабында үтә . Ярыштарҙа 1-2-се һәм 3-4-се класс уҡыусылары менән ғаилә командалары ҡатнаша. Яңы йыл ғаилә уйындарының муниципаль этабы белем биреү ойошмаларының спорт залдарында һәм саф һауала үтәсәк. Республика этабын баш ҡалабыҙҙың «Динамо» стадионында уҙғарыу ҡаралған.

   Шулай уҡ һәр район, ҡалала төрлө категория: сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһының ҡасаҡтар иҫәбенән балалар, өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә саҡырылған граждандар балалары өсөн Яңы йыл саралары үткәреү планлаштырылған. Был сараны 27 декабрҙә үткәрергә тәҡдим ителгән.

 

Фото: yandex.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: