+18 °С
Болотло
РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы яғынан принципиаль ҡарарҙарҙың булмауы был эште ҡатмарлаштыра , тип билдәләне ул. Республикала социаль-иҡтисади яҡтан йылдам үҫешкән биләмәләр күрһәткән уңышлы һөҙөмтәләр был ҡалаларҙағы хәлдәрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыр ине.
Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров ошо эште дауам итергә йөкләмә бирҙе.
Атап әйткәндә, Башҡортостандың биш моноҡалаһында (Бәләбәй, Күмертау, Белорет, Благовещен, Нефтекама) эшләгән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә халыҡтың миграция үҫеше һәм эшһеҙлектең кәмеүе теркәлә. Инвесторҙарҙың үрҙә әйтелгән биләмәләрҙә тормошҡа ашырған проекттары республика иҡтисадына 14 миллиард һум килтерә.
Фото: ufa.rbc.ru