Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2022, 14:50

Ит менән кәбеҫтәнән салат

Ял көндәрендә яҡындарыбыҙҙы был тәмле салат менән һыйлайыҡ әле.

Ит менән кәбеҫтәнән салат
Ит менән кәбеҫтәнән салат

 

 

200 грамм һыйыр ите, бер ҡыҙыл һуған, бер ҡыяр, ике йомортҡа, ҡыҙыл кәбеҫтә, гәрсис, ҡаймаҡ, әнис кәрәк

 

Тәүҙә итте, йомортҡаларҙы бешереп турарға . Һуғанды түңәрәкләп , кәбеҫтәне ,ҡыярҙы оҙонсалап киҫергә.  Әнисте ваҡларға.

 

Артабан гәрсис менән ҡаймаҡты бергә ҡушып, бөтә  булған ингредиентты бергә һалып бутарға.

 Салат әҙер.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: