Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2022, 14:45

Соялы-баллы соуста – тауыҡ ҡанаттары

Табынға тәмле ризыҡ.    

Соялы-баллы соуста – тауыҡ ҡанаттары
Соялы-баллы соуста – тауыҡ ҡанаттары

 


0,5 кг  тауыҡ ҡанаттары, биш ҡалаҡ соя соусы, өс ҡалаҡ үҫемлек майы, ике ҡалаҡ бал, ике ҡалаҡ гәрсис, паприка, биҙәр өсөн йәшел тәмләткестәр кәрәк.

 

Тәүҙә тауыҡ ҡанаттарын йыуып киптерергә. Уларҙы ике өлөшкә бүлергә. Артабан айырым бер һауытта үҫемлек майын, соя соусын, гәрсисте, балды бергә бутарға. Ошо ҡатнашмала ҡанаттарҙы ике сәғәткә ҡалдырырға.

  Табаға фольга йәйеп, маринадланған ҡанаттарҙы һалып, 200 градусҡаса эҫетелгән мейестә 20 – 25 минут тирәһе бешерергә. Әҙер ризыҡты йәшел тәмләткестәр менән биҙәп табынға бирергә.

 

 

Фото: 

 

saveda.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: