Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2022, 16:30

Кемдәр өсөн түләүҙәр һалымдан азат ителә?

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары  икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа Һалым кодексына төҙәтмәләр индерҙе.  

Кемдәр өсөн түләүҙәр һалымдан азат ителә?
Кемдәр өсөн түләүҙәр һалымдан азат ителә?

 

Хәҙер  мобилизацияланғандар һәм үҙ ирке менән хәрби операция барған урындарға юлланғандар, контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына түләнгән түләүҙәр НДФЛ-дан азат ителә.

Яңы биләмәләргә командировкаға ебәрелгәндәргә лә килемгә һалым һалынмай.

Бынан тыш, Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре граждандары Рәсәй паспорты, водитель таныҡлығы, йәшәүгә хоҡуҡ, транспорт сараларын теркәү документтары , билдәләр  алғанда дәүләт пошлинаһынан азат ителә.

 

 

Фото: vk-gazeta.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: