Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2022, 18:21

Бәйләнеште әүҙемләштереү санкцияларҙы бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк

– Хәҙерге ваҡытта ватандаштар менән бәйләнеште әүҙемләштереү санкцияларҙы бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Шуға бәйле беҙҙә ошо шарттарҙы еңеп сығырға булышлыҡ иткән формула бар. Уның хаҡта ошо көндәрҙә Рәсәй һәм сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙҙың Бөтә донъя конференцияһында һөйләнем. Тәҡдимдәребеҙҙе хупларҙар, тип уйлайым, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Бәйләнеште әүҙемләштереү санкцияларҙы бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк
Бәйләнеште әүҙемләштереү санкцияларҙы бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк

Беренсеһе – мәҙәни йүнәлеш.

Башҡортостан ҙур башҡорт диаспоралары менән эш алып бара. Сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ «Атайсал» проекты буйынса тыуған төйәгенә ярҙам күрһәтә. Улар – 3 меңдән ашыу.

Был 1,3 миллиард һумға – 11 меңдән ашыу проект. Яҡташтарыбыҙ башҡа илдәр менән үҙ-ара бәйләнешебеҙҙе тәьмин итә.

Икенсе йүнәлеш – сауҙа-иҡтисад хеҙмәттәшлеген нығытыу.

Хатта бер нисә әүҙем кеше лә хәлде ҡырҡа үҙгәртә ала. Ете айҙа республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 3 миллиард долларҙан ашыу тәшкил иткән. Был уҙған йылдағы күрһәткестәрҙән 21 процентҡа күберәк.

Ә был өс йүнәлеш Башҡортостан һәм башҡа илдәр, Рәсәй һәм донъя араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте көсәйтеү өсөн йүнәлтелгән:

  1. Диаспорабыҙҙағы эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген арттырыу, бизнес-ватандаштарыбыҙ реестрын булдырыу һәм финанс ярҙам күрһәтеү
  2. Бизнес-диалог төҙөү өсөн халыҡ-ара майҙансыҡтар булдырыу; сит илдәге эшҡыуарҙарыбыҙҙы «Эшлекле ватандаштар» ассоциацияһына берләштерергә тәҡдим итәбеҙ
  3. Интеграцияланған эшлекле структуралар һәм советтар ойоштороу.



 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в