Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2022, 19:45

«Беҙ спорт, тормоштоң башҡа өлкәһендәге ҡыйынлыҡтан ҡурҡмайбыҙ»

Радий Хәбиров ир-егеттәр араһында грек-рим спорт көрәше буйынса Башҡортостан  Башлығы призына Рәсәй кубогы ярышын асыуҙарын хәбәр итә.  

«Беҙ спорт, тормоштоң башҡа өлкәһендәге ҡыйынлыҡтан ҡурҡмайбыҙ»
«Беҙ спорт, тормоштоң башҡа өлкәһендәге ҡыйынлыҡтан ҡурҡмайбыҙ»

– Башҡортостандың төрлө бергә-бер көрәш буйынса илдә иң ҙур үҙәктәрҙең береһенә әүерелеүе минең өсөн бик мөһим. Көрәш - беҙҙең, башҡорттарҙың, холоҡ-фиғеле: көслө, ихтыярлы, үҙ һүҙле, маҡсатҡа ынтылышлы. Беҙ спорттағы, тормоштоң башҡа өлкәләрендәге ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмайбыҙ.

Ошо көндәрҙә Өфөлә Спорт көрәше аҙналығы бара. Бөгөн уның мөһим өлөшө булды. Беҙ ир-егеттәр араһында грек-рим спорт көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы призына Рәсәй кубогы ярышын астыҡ. Илебеҙҙең Спорт көрәше Федерацияһы беҙгә ышаныс белдергәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ Рәсәй кубогы ярышын икенсе тапҡыр ҡабул итәбеҙ.

Республикала көрәш менән меңдәрсә спортсы шөғөлләнә. Бер нисә йыл дауамында «Спорт көрәше - мәктәптәргә» проектын тормошҡа ашырабыҙ. Балаларыбыҙ өсөн спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырабыҙ, буласаҡ йондоҙҙар һәм көслө, һау-сәләмәт кешеләр үҫтерәбеҙ. Һәм ошоно эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Барыһына ла – уңыштар! Сәләмәт булығыҙ! – тип яҙа республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: