Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь , 14:00

"Курск" һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған Фәнис Ишморатовтың улы Данис Украинала вафат булған

Үтә ҡайғылы хәбәр менән уртаҡлашабыҙ: "Курск" һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған мичман Фәнис Ишморатовтың улы Данис Украинала барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды.Яугирҙе йома көнө Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында атаһы янында ерләйәсәктәр. Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, Данис

"Курск" һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған Фәнис Ишморатовтың улы Данис Украинала вафат булған
"Курск" һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған Фәнис Ишморатовтың улы Данис Украинала вафат булған

Белешмә:
Атаһы вафат булғанда Данисҡа ни бары өс йәш кенә була. Уны әсәһе Фәимә менән туғандары Видяевоға килеп, тыуған яҡтарына алып ҡайта.

Фәимә Ғибәт ҡыҙы улына яҡшы тәрбиә һәм белем биреп, атаһының иҫтәлегенә тап төшөрмәҫлек итеп үҫтерә. Әсәһе улының донъяны аңлай башлағас ҡына атаһының яҙмышын бәйән итә.

Данис 2020 йылда өйләнгән булған.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в