Уртаса ҙурлыҡтағы йәшелсәнең ҡабығын әрсеп, эсен таҙартырға. Уны ваҡлап турап, кәстрүлгә һалырға. Өҫтөнә 2 литр һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, 2,5 – 3 стакан шәкәр һалырға. Ҡабаҡ һарғылт төҫ алғас (үтә күренмәле һымаҡ), уға өс ҡәнәфер ҡушырға. Уттан алғас, килеп сыҡҡан компотҡа 1/2 балғалаҡ аш һеркәһе (лимон кислотаһы ла мөмкин) өҫтәргә. Әҙер массаны банкаларға тултырып, стерилләргә, нығытып ябырға. Әҙер компот ананас тәме бирә.
Ҡабаҡҡа әфлисун, лимон, һырғанаҡ ҡушып та компот эшләргә мөмкин.
Фото: vosadu-li-vogorode.ru