Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2022, 14:45

"Өй ризығын һағынғандарҙыр"

   Балтас районының Үрге Иванай ауылынан Рима Ипаева мобилизацияланған ир-егеттәргә ебәрергә кәбеҫтә тоҙлаған.  

"Өй ризығын һағынғандарҙыр"
"Өй ризығын һағынғандарҙыр"

Украиналағы махсус операцияға юлланғандарға бөгөн һәр кем ҡулынан  килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

 Балтас районының Үрге Иванай ауылынан Рима Ипаева мобилизацияланған ир-егеттәргә ебәрергә кәбеҫтә тоҙлаған.

     73 йәшлек пенсионер йыл һайын баҡсаһында 100 төп кәбеҫтә үҫтерә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул утыҙ йыл  мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Балаларға тәмле итеп кәбеҫтә тоҙлап ашатҡан.
« Тыуған ил һағына баҫҡан егеттәребеҙ өйҙән килтерелгән ризыҡтарҙы һағынғандарҙыр, моғайын», – ти ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: