Уның мөрәжәғәте иғтибарһыҙ ҡалдырылмаған. Ирекмәндәр бер бүлмәнең стеналарын әҙерләп, обой йәбештереп сыҡҡан.
«27 сентябрҙә тормош иптәшем махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн саҡырылғайны. Әлеге ваҡытта ул хәрби әҙерлек үтә. Фатирыбыҙҙа ремонт эшләй башлағайныҡ, балалар бүлмәһенә эшләнек, ҙур бүлмәлә өлгөрмәй ҡалдыҡ. Ике малайым да бәләкәй булғас, был эште үҙем генә башҡарып сыға алмайым. Шуға ярҙам һорап «Берҙәм Рәсәй»ҙең колл-үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Ирекмәндәр мөрәжәғәтемә шунда уҡ яуап бирҙе. Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, ярҙамығыҙ һиҙелә», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша ҡатын.
Фото: Т. АМАНОВ.