Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2022, 15:25

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә

25 –27 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа  полицияның генерал- лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтәсәк.

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә
Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә

 Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә уҙасаҡ турнирҙа 20 төбәктән 200 көрәшсенең ҡатнашыуы көтөлә.

Бөгөн БР Хөкүмәтендә вице-премьер Ирек Сәғитов етекселегендә сараға әҙерлек тикшерелде.

«Үҙәк бындай ҙур спорт саралары үткәреү нормативтарына  яуап бирә. Ярыш уҙғарылған, спортсылар йәшәгән урындарҙа йәмәғәт именлеген тәьмин итеп, турнирҙы юғары кимәлдә үткәребеҙ, тип ышанам», – тине вице-премьер һәм ҡыҫҡа ваҡытта ойоштороу эштәрен хәл итергә ҡушты.

15 ноябрҙә Артур Әхмәтхановҡа 60 йәш тулған булыр ине.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: