Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2022, 17:25

Ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек нисек?

Район-ҡалалар өҫтәмә рәүештә 56 берәмек коммуналь махсус техника һатып аласаҡ.  

Ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек нисек?
Ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек нисек?

Район-ҡалалар өҫтәмә рәүештә 56 берәмек коммуналь махсус техника һатып аласаҡ.

Был хаҡта республика хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә төбәк торлаҡ-коммуналь хужалығы миинистры вазифаһын үтәүсе Ирина Голованова белдерҙе. Быға урындағы бюджеттар иҫәбенән 363 млн һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.  Шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрендә булыуы ихтимал аварияларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн төбәк ДУП-тарына 51 млн һумға 7 берәмек махсус технка кәрәк.

 

  Ирина Голованова әйтеүенсә, ҡар таҙартыу техникаһының ҡышҡа уртаса әҙерлеге 80 процент тәшкил итә.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: