Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2022, 14:45

"Уларға төрлө яҡлап ярҙам булырға тейеш"

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, Волга буйы федераль округы кураторы Дмитрий Чернышенко РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән эшлекле  осрашыу үткәрҙе.

"Уларға төрлө яҡлап ярҙам булырға тейеш"
"Уларға төрлө яҡлап ярҙам булырға тейеш"

 Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған граждандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ төбәктәрҙә ошо мәсьәләләр буйынса мәғлүмәт биреүҙе ойоштороу тикшерелде.


«Төбәктәр мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә кәрәкле ярҙам сараларын индерә. Был – мәктәптәрҙә бушлай туҡланыу, балалар баҡсаһы өсөн түләүҙе бөтөрөү һәм башҡалар. Әммә кешеләр уларҙы алыу ысулын аңлап етмәй. Уңайлы булһын өсөн субъекттарҙың рәсми мәғлүмәт ресурстарында ярҙам саралары навигаторы ойошторорға тәҡдим итәбеҙ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: өлөшләтә мобилизация мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт биреү өсөн асылған 122 «ҡыҙыу элемтә» Волга буйы федераль округы субъекттарында өҙөклөктәрһеҙ эшләй, бөтә төбәктәр ҙә шылтыратыу ваҡыты буйынса нормативтарға һалына. Беҙ ошо мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл иткән губернаторҙарға рәхмәтлебеҙ», – тип белдерҙе Дмитрий Чернышенко.

«Округ төбәктәре өлөшләтә мобилизацияға бәйле барлыҡ ойоштороу мәсьәләләрен мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итергә тырыша. Беҙ уларға бында оператив ярҙам итәбеҙ, эште көйләйбеҙ. Ярҙам Ватанды һаҡлаусылар хәрби хәрәкәттәр зонаһына киткәндән һуң да дауам итергә тейеш. Бынан тыш, дәүләт бурысын үтәп ҡайтҡан яугирҙәргә дауалау, реабилитация һәм социаль яраҡлашыу өлөшөндә айырым иғтибар биреләсәк. Волга буйы федераль округы шуға әҙерләнә лә инде, төбәк властары уларға ваҡытында төрлө яҡлап ярҙам күрһәтер», – тип өҫтәне Игорь Комаров.

   Вице-премьер һәмРФ  Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле шулай уҡ округ төбәктәрендә 122 «ҡыҙыу элемтә» һәм өлөшләтә мобилизация сиктәрендә мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү өсөн булдырылған Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы сервистар эшен тикшерҙе.

 

Фото:

 

stolica58.ru

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: