Йыл аҙағында был үҙәккә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр спорт менән шөғөлләнһен өсөн бассейны булған «Нефтселәр» спорт комплексын да бирәсәктәр. Был хаҡта Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов белдергән.
Уның һүҙҙәренсә, тренерҙар штатын арттырыу киләһе йыл Өфө, Бәләбәй, Октябрьский, Мәләүез ҡалаларында саңғы һәм биатлон спорты буйынса яңы адаптив спорт бүлектәре асыу мөмкинлеге бирәсәк.
2023 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында һаңғырау һәм насар ишетеүсе балаларҙың коррекцион мәктәп-интернатында мылтыҡтан атыу буйынса , Ағиҙел ҡалаһында йөҙөү, спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса инвалидтар өсөн бүлектәр асыу күҙаллана.
Руслан Хәбибов билдәләүенсә, Башҡортостанда адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн бүлексәләр асыу йәһәтенән башҡа перспективалы муниципалитеттар ҙа бар. Мәҫәлән, Яңауыл районындағы «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексында еңел атлетика, йөҙөү һәм шашканы үҫтерергә була, Бөрөләге спорткомплекста - өҫтәл теннисы һәм көрәш, Учалылағы спорт мәктәбендә - коляскала баскетбол, следж-хоккей, дзюдо һәм самбо. Ошо уҡ мәктәптә, Сибайҙың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәм «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорттың ҡышҡы төрҙәрен үҫтереү өсөн перспективалар бар.
Министр ҡала-район башлыҡтарын адаптив спортты үҫтерергә саҡырҙы.
1983 йылда Паралимпия уйындарында Башҡортостандан ғына 66 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 32-һе еңеүсе һәм призер булған.