Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан командаһы дөйөм команда иҫәбе буйынса икенсе урын алған. Республикабыҙ вәкилдәре иҫәбендә 10 миҙал – 2 алтын, 5 көмөш һәм 3 бронза.
– Был бик мөһим тема. Чемпионатты асыу тантанаһында ҡатнаштым, һәм беҙ йәштәр, федерация вәкилдәре менән аралаштыҡ. Һаңғырау булһалар ҙа , улар шундай позитив кешеләр. Уларға ҡарайһың да, энергия алаһың, – тип билдәләне республика етәксеһе. Ул шулай уҡ республиканың мәғариф министрына һаңғырау балалар һөнәри белем алһын өсөн колледждарҙа махсус төркөмдәр булдырырға ҡушты.
– Тәү сиратта беҙгә насар ишетеүселәр өсөн махсуслаштырылған уҡыу программаһы булған 3-5 колледж кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: С. Чудаков.