Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2022, 18:33

Ғаиләлә атай тәрбиәһе, атай абруйы - иң мөһиме

Бөгөн "Торатау" Конгресс-холында "Атайлыҡ даны" йәмәғәт наградаһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Был мәртәбәле бүләккә республикабыҙҙан иң яҡшы 38 атай лайыҡ булды.

Ғаиләлә атай тәрбиәһе, атай абруйы - иң мөһиме
Ғаиләлә атай тәрбиәһе, атай абруйы - иң мөһиме

Атайҙар араһында был конкурс быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Быйыл унда 218 ғаилә башлығы ҡатнашҡан. "Беҙҙең республикала шундай өлгө булырлыҡ атайҙар булыуы һоҡландыра. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөнгө тантанаға үтмәһә лә, конкурста ҡатнашыусы һәр атай еңеүсе", - тине сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп конкурс комиссияһы рәйесе, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов. Бүләкләнеүселәр араһында күп балалы атайҙар ҙа, тәрбиәгә бала алыусылар ҙа, үҙҙәренең хеҙмәте, йәмәғәтселек эше менән башҡаларға өлгө булып тороусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Баймаҡ районынан 85 йәшлек Ғибәтулла Туйсин - 10 бала атаһы. Иң оло лауреаттарҙан Белорет районынан 87 йәшлек Нурулла Миһранов та- был бүләккә иң лайыҡлыларҙың береһе. Улар үҙҙәренең алты балаһы янына тағы берәүҙе алып, оло тормош юлына сығарған. Ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған ветеран уҡыусыларға үҙенең шәхси премияһын да булдырған. Тантанала иң тулҡынландырғыс мәл - хәрби операцияла улдарын юғалтҡан атайҙарҙы тәбрикләү булғандыр. Батыр улдар тәрбиәләгән был атайҙар, әлбиттә, иң оло хөрмәткә лайыҡ. Республикабыҙҙа ошондай атай абруйын күтәреүсе матур сараның ойошторолоуы үҙе ҙур әһәмиәткә эйә.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: