– Үҙенсәлекле офлайн осрашыуҙа йәштәрҙе ғаиләгә әҙерләйбеҙ һәм бер-береһе менән таныштырабыҙ. Был башы ғына, ә артабан ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу өсөн ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары буйынса аңлатыу эштәре алып барырға ниәтләйбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, «Ғаилә» клубы беҙҙең барыбыҙға ла ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға ярҙам итәсәк.
Тиҙҙән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының мобиль ҡушымтаһында мосолмандар өсөн танышыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Ошондай ғәмәлдәребеҙҙең һөҙөмтәһендә буласаҡ мосолман ғаиләләре өсөн яҡшы эштәр тормошҡа ашырылыуына бик шатмын, – тип хәбәр итә үҙенең «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә Айнур хәҙрәт Бирғәлин.
Фото: Т. АМАНОВ.