Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2022, 15:45

Акцияла ҡатнашып, атайың хаҡында һөйлә!

Республикабыҙҙа йәшәүселәр атайға арналған акцияла ҡатнашып, яҡыны хаҡында йылы һүҙҙәр яҙа ала. Был сара яҡынлашып килгән Атайҙар көнөнә арнала. Байрам былтыр ғына рәсми статусҡа эйә булғайны. Ул йыл һайын октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә, быйыл 16 октябргә тура килә.

Акцияла ҡатнашып, атайың хаҡында һөйлә!
Акцияла ҡатнашып, атайың хаҡында һөйлә!

Рәсәй президенты 2021 йылдың 4 октябрендә Атайҙар көнөн булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.  Был көн  уңайынан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы  «Атай хаҡында» акцияһына ҡушылырға һәм «Бәйләнештә» селтәрендә атайығыҙ хаҡында һөйләп,  матур хәтирәләр менән уртаҡлашырға тәҡдим итә. Атайығыҙ хаҡында ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар, шулай ул биргән һабаҡтар тураһында яҙа алаһығыҙ. Яҙма аҫтына #пропапу тигән хэштекты ла ҡуйырға онотмағыҙ.

Шулай уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәрендә бергә файҙалы ял итеү (ҡул эштәрен эшләү, йорт йыһаздарын ремонтлау һәм башҡалар) тураһында видеояҙма урынлаштырырға мөмкин. Уға #делайспапой хэштегын ҡуйырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Атайҙар көнөн билдәләүгә ярашлы,  БР Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә республика конкурсы еңеүселәрен ҡотлауҙы ойоштора. Тантаналы сара 20 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында уҙасаҡ. Быйыл Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 38 атай - янғын һүндереүселәр, ғалимдар, спортсылар, уҡытыусылар һәм башҡалар конкурс лауреаттары булды. Уларҙың барыһы ла күкрәккә таға торған билдәгә һәм дипломға лайыҡ буласаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в