

Харчо – грузиндарҙың милли ашы.
Уны бешереү өсөн һөйәкле ит, бер нисә картуф, дөгө ярмаһы, 3 тоҙло помидор, 2 баш һуған, 1 кишер, 1 балғалаҡ осонда ҡыҙыл борос, 2 лавр япрағы, 1 ҡалаҡ аджика, 1 аш ҡалағы томат пастаһы, 1 тоҙло ҡыяр, һарымһаҡ алына.
Кишерҙе ҡырғыста ҡырып, һуғанды , помидорҙы турап, аш тәмләткестәрҙе һалып, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Ит бешеп сыҡҡас, һурпаға картуф, дөгө ярмаһы һалырға.Һуңынан бер тоҙло ҡыярҙы, ҡыҙҙырылған массаны ашҡа өҫтәргә. Аш бешеп сыҡҡас, һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп турап, петрушка, кинзаны ваҡлап, аш өҫтөнә һалырға ла, плитәләге утты һүндереп ҡуйырға. Тәмләткестәр томаланып бешеп, ашҡа һеңеп ултыра.
Фото:make-eat.ru