+6 °С
Болотло
Балалар тыуған төйәктең мәҙәниәте һәм йолалары тураһында төшөнсәләрҙе киңәйтте, ғаилә йолалары, милли кейем һәм башҡорт халҡының аш-һыуы менән танышты, ҡаланың символикалары тураһында белемдәрен нығытты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар кроссвордтар систе, йырҙар йырланы, милли уйындар уйнаны, башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңланы, башҡорт композиторҙарының музыкаль әҫәрҙәрен һәм халыҡ уйын ҡоралдарының моңон тыңланы. Тыуған яҡ буйлап виртуаль экскурсиялар барышында кескәй сәйәхәтселәр республика ҡалаларының парктары буйлап йөрөп сыҡты, архитектура ҡоролмалары менән һоҡланды, бер быуатлыҡ мәмерйәләрҙә булды, төрлө милләт вәкилдәре менән танышты.
Фото: Т. АМАНОВ.