Новости
9 Октябрь 2022, 08:10

Крахмалдан битлек

Был битлек биттәге һырҙарҙы тигеҙләй, йөҙҙө йәшәртә, тирене дымландыра.  

Крахмалдан битлекКрахмалдан битлек
Крахмалдан битлек

 

Крахмал составында холин, С, РР витаминдары, углеводтар,тимер бар.

 1 аш ҡалағы картуф крахмалын 1 стакан һыуҙа иретергә. Өҫтөнә 0,5 л ҡайнар һыу һалып, ҡуйырғансы талғын утта ҡайнатырға. Уға 5 аш ҡалағы кишер һуты (бал менән алмаштырырға ла була), 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ өҫтәргә. Яҡшылап болғатып, биткә һылап, 20–25 минут тоторға. Һуңынан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.

 Битлекте һыуытҡыста өс көн һаҡлап була.

 

 

Фото: ogorod.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас