Новости
7 Октябрь 2022, 05:35

Бөгөн - Мәүлит кисе

Изге кисте доғала үткәрәйек!

Бөгөн - Мәүлит кисеБөгөн - Мәүлит кисе
Бөгөн - Мәүлит кисе

 

Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм Миләди иҫәп менән 571-се йылда Рәбиғел әүүәл айының 12-һендә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр – Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы – бала тыуғансы уҡ , әсәһе сабыйына 6 йәш булғанда мәрхүм булып ҡала. Малай, әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе, халыҡ араһында абруйлы, ышаныслы ир булып буй еткерә.

    Мәүлит, Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған көн – ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә Рәсуллулла йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы. Бәйғәмбәрҙең кендек инәһе Абдулмоталиб ҡыҙы Сафия: «Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тыуғанда эргәһендә булдым. Был сабыйҙың үҙендә 35 ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе уның бәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ саждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнле-йәнһеҙ ойоп, Уға һәм Аллаһы Тәғәләгә саждә ҡылды. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас: «Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклыҡ ебәрҙек», – тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның бәйғәмбәремен», – тип әйткән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештәләрҙең уны: «Әссәлә­мәғәләйкүм, Рәсуллулла!», – тип сәләмләгәне лә ишетелде.

  Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым, бөтә ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағас япраҡ ярҙы, гөл сәскә атты. Һуңғы бәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтандар ҡурҡты», – тип хәтерләй.

   «Мәүлит» тыуыу ваҡыты йәки тыуған көн тигәнде аңлата. Мөхәммәт бәйғәмбәр рәбиғел- әүүәл айының 11-нән 12-се көнөнә тыуып, 23 йыл бәйғәмбәрлек иткәндән һуң, ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була.

   Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.

 

 

Фото: mobillegends.net

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас