Новости
6 Октябрь 2022, 10:50

Һеҙ ғаилә юбилярҙамы?

50, 60, 70 һәм 75 йыл бергә бәхетле ғүмер кисергән парҙарҙың республиканың ЗАГС органдарына мөрәжәғәт итеп, бүләктәр алыу мөмкинлеге бар.  

Һеҙ ғаилә юбилярҙамы?Һеҙ ғаилә юбилярҙамы?
Һеҙ ғаилә юбилярҙамы?

 

Бының өсөн иренә йәки ҡатынына йә иһә уларҙың вәкиленә ғаиләне юбилярҙар исемлегенә индереү тураһында ғариза, документтар менән йәшәгән урын буйынса ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Юбилярҙарҙың Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән булыуы, 50, 60, 70 һәм 75 йыл бергә законлы нихакта йәшәүе, шулай уҡ быға тиклем ошо уңайҙан ҡотлау хаты йәки бүләк алмауы мөһим.

Республика Башлығы исеменән ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләкте, ғаиләнең теләге буйынса, тантаналы рәүештә ЗАГС бүлегендә тапшырырға йәки хеҙмәткәрҙәр уны өйгә килтереп бирергә мөмкин.

 

 

Фото:загс68.рф

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас