Новости
4 Октябрь 2022, 06:40

Өфө районында Украиналағы СВО мәлендә һәләк булған яугир менән бәхилләштеләр

Мотострелоктар батальоны уҡсыһы Эдуард Акопянды һуңғы юлға оҙатыуҙа мәрхүмдең яҡындары һәм туғандары, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев, Өфө район хакимиәте Вилорий Угаров ҡатнашты.  

Өфө районында Украиналағы СВО мәлендә һәләк булған яугир менән бәхилләштеләрӨфө районында Украиналағы СВО мәлендә һәләк булған яугир менән бәхилләштеләр
Өфө районында Украиналағы СВО мәлендә һәләк булған яугир менән бәхилләштеләр

Белешмә:
Эдуард Акопян 1996 йылдың 8 ғинуарында тыуған. Иртә етем ҡалған.
2014 йылда әрме хеҙмәтенә алынған. Быйыл июль айында контракт буйынса хеҙмәт итә башлаған, махсус хәрби операция мәлендә һәләк булған.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев яугирҙең туғандарына генерал Шайморатов орденын тапшырып үтте. Был награда Э.Акопянға үлгәндән һуң бирелгән.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас