Новости
4 Октябрь 2022, 06:55

Дәүләт өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләй

Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә дәүләттән өҫтәмә ярҙам саралары ҡараласаҡ. Был хаҡта социаль селтәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр иткән.  

Дәүләт өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләйДәүләт өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләй
Дәүләт өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләй

 

«Санкция шарттарында бизнесҡа һәм граждандарға ярҙам итеү – Хөкүмәттең бөгөнгө өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәренә өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләнә. Улар аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк. Теплица комплекстары төҙөүгә льготалы кредиттарҙы ҡаплау ваҡыты 12-нән 15 йылға тиклем оҙайтыла. Был сара йыл әйләнәһенә эске баҙарға йәшелсә-емеш оҙатыу күләмен арттырырға ярҙам итәсәк. Башҡортостанда йәмғеһе 56 теплица комплексы иҫәпләнә. Шуларҙың 30-ы - сәнәғәт тибында.4 -һе яҡтылыҡ культураһында, йәшелсәләрҙе йыл әйләнәһенә үҫтерергә мөмкинлек бирә (ҡыяр, томат, йәшел тәмләткестәр) .

Фермер хужалыҡтары яңыртыла. Ауырғазы районында Л. Ҡадированың хжалығында , Дәүләкән районында бәшмәк һәм трюфелдәр үҫтереү буйынса «Джиэр Агро» йәмғиәтендә 2023-2024 йылдарҙа яңы теплицалар төҙөргә ниәтләйбеҙ. Бүздәк районында Ш.Хәбибрахманованың фермер хужалығы яҡтылыҡ культураларында заманса теплица төҙөй. Улар 9 900 тонна ҡыяр һәм 6 600 тонна томат үҫтерәсәк.

 

Ярҙамсы хужалыҡ алып барған граждандар өсөн өҫтәмә программа ғәмәлгә индерелә - улар йылына 5 процент менән льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр итте РФ Хөкүмәте Премьер- министры Михаил Мишустин. Ауылда үҙмәшғүлдәр үҙҙәрен һәм яҡындарын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙән тыш, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү йәки эшкәртеү буйынса эштәрен киңәйтә аласаҡ. Башҡортостанда бындай хужалыҡтар 600 меңдән ашыу. Миҙгел араһында беҙ импортҡа бәйле булырға тейеш түгелбеҙ. Беҙҙә теплица хужалыҡтары ойошторорға һәм ауыл хужалығы эшкәртеүен үҫтерергә мөмкинлек биргән биләмәләр ҙур», – тип яҙған ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас