

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 76-сы гвардия десант-һөжүм итеү дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, полковник Денис Шишовтан рәхмәт хаты алды.
Уны республика етәксеһенә Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында тапшырҙы.
Радий Хәбиров ойошҡанлы гуманитар ярҙам күрһәткәне өсөн юғары иғтибар билдәһенә лайыҡ булды, тип билдәләнә хатта.
«Егеттәребеҙ үҙ бурысын үтәһен, һау-сәләмәт хеҙмәт итһен. Ә беҙ уларға ярҙам итербеҙ. Иң мөһиме — иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар», — тине республика етәксеһе.