

Төбәк экспозицияһы фестивалдең алтын билдәһен алды. Рәсәй Архитекторҙар союзының 90 йыллығына арналған сара Мәскәүҙә 28-30 сентябрҙә үтте.
– Халыҡ-ара фестивалдә Башҡортостан Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан республикала төҙөлгән проекттар һәм юғары уҡыу йорттары араһында студенттар кампусы проекты менән таныштырҙы. Беҙ «Рәсәй төбәктәре» конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙек. Фестивалдең абруйлы архитектура жюрийы «Урындағы архитектура объекттары» номинацияһында беҙҙең объекттар юғары наградаға лайыҡ тигән ҡарар ҡабул итте, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында Төҙөлөш, архитектура һәм территорияны комплекслы үҫтереү департаменты директоры Олег Байдин. Уның әйтеүенсә, республика экспозицияһын биҙәгәндә шулай уҡ Өфөлә төҙөлгән «Соты», «Аристократ», «Символ», «Империал», «Остров» торлаҡ комплекстарының фотоһүрәттәре файҙаланылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ижади форум бер нисә йыл дауамында архитектура профессионалдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм көнүҙәк тармаҡ мәсьәләләрен һәм перспектив пландарҙы тикшереү, заманса ҡала төҙөлөшө өлкәһендәге алдынғы ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү өсөн ихтыяжлы майҙансыҡ булып тора. Фестивалде ойоштороусы булып Рәсәй Архитекторҙар союзы сығыш яһай. Сара Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәте, РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Мәскәү ҡалаһының Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса комитеты ярҙамында үткәрелә. Фестиваль сиктәрендә бер нисә йүнәлеш буйынса смотр-конкурстар үтә. Йыл һайын форум 450-нән ашыу конкурс ғаризаһын ҡабул итә.