Новости
30 Сентябрь 2022, 09:50

Республикала – Аксаков байрамы

Республикала Аксаков байрамы башланды.    

Республикала – Аксаков байрамыРеспубликала – Аксаков байрамы
Республикала – Аксаков байрамы

 

Башҡортостанда 30 сентябрҙән 1 октябргә тиклем традицион халыҡ-ара Аксаков байрамы үткәрелә. Быйыл  ул 32-се тапҡыр уҙғарыла һәм билдәле рус яҙыусыһының тыуыуына 231 йыл тулыуға һәм Башҡортостанда Аксаков фондына нигеҙ һалыныуының 30 йыллығына арнала. Байрам Өфө ҡалаһында, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондарында ойоштороласаҡ.

  Аксаков уҡыуҙарының төп маҡсаты – гражданлыҡ һәм патриотизмды формалаштырыу һәм үҫтереү, йәш быуында юғары рухи һәм әхлаҡи сифаттарҙы, тыуған ереңә һөйөү тәрбиәләү, халыҡ ижадын һәм йолаларҙы пропагандалау, художестволы ижадтың барлыҡ формалары үҫешенә ярҙам итеү.

Был байрам баш ҡалабыҙҙың һәм барлыҡ Башҡортостандың мәҙәни тормошоноң мөһим өлөшөнә әүерелде. Рус мәҙәниәтенең форумы Башҡортостандың ҡунаҡсыл ерендә өс тиҫтә йылдан ашыу бара. Ул республикабыҙға яҙыусыларҙы һәм философтарҙы, шағирҙарҙы һәм рәссамдарҙы, композиторҙарҙы һәм рус йырын башҡарыусыларҙы йәлеп итә.

– Халыҡ-ара Аксаков байрамын беҙ яҡташыбыҙға, һүҙ оҫтаһына, билдәле яҙыусы Сергей Аксаковҡа хөрмәт билдәһе күрһәтеү итеп ҡабул итәбеҙ. Аксаков көндәре киләсәктә лә халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ, - ти БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

 Бөгөн традицион рәүештә С. Аксаков һәм А. Пушкин һәйкәлдәренә  сәскәләр һалынасаҡ. Тантаналы кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк.

   Тематик саралар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, С.Т.Аксаков тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле булған райондарҙа ла барасаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас