Новости
27 Сентябрь 2022, 05:15

Повестка килһә...

Мобилизацияға бәйле һорауҙарға яуаптар.

Повестка килһә...Повестка килһә...
Повестка килһә...

26 сентябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән брифинг барышында республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич өлөшләтә мобилизацияға ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.

«Запаста торған, хәрби хеҙмәт үткән граждандар шәхси мобилизацияға эләгә. Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларға айырыуса  өҫтөнлөк бирелә. 35 йәшкә тиклем - төп ресурс, 45 йәшкә тиклем - һирәк һөнәр вәкилдәре йәки үҙҙәре теләп хәрби хеҙмәткә барыусылар», -–тип билдәләне Михаил Блажевич.

Хәрби запасҡа сыҡҡанда һау-сәләмәт булған , ләкин хәҙер һаулығына зарлана икән, нимә эшләргә?

   Был процедура ҡануниәттә ҡаралған. Әгәр саҡырыу ҡағыҙы килде, ә граждан ауырый икән, был осраҡты медицина комиссияһы хәл итә, ул һаулыҡ торошо буйынса мәғлүмәттәрҙе асыҡлай.

Бынан тыш, социаль статус та үҙгәрә: кеше күп балалы атай, опекун булыуы ихтимал. Хәрби комиссариатҡа килгәс, сәләмәтлегеңдең, ғаилә статусының үҙгәреүе тураһында хәбәр итергә кәрәк. Һаулыҡ торошо буйынса тикшереүҙән һуң яраҡлылыҡ категорияһы үҙгәрә.

 Командировкалағыларға йәки командировкаға барыусыларға нимә эшләргә кәрәк?

 Әгәр кеше командировкала була икән, повестканы граждандың үҙенә кире ҡайтҡас килтерергә тейештәр. Бер кем дә отпускыны йәки командировканы ашығыс рәүештә туҡтатырға мәжбүр итмәй. Әгәр гражданға яҡын арала командировка көтөлһә,   кисектереү юҡ. Хәрби комиссариатҡа барырға кәрәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас