

Башҡортостанда 14 ойошма оборона-сәнәғәт коплексы иҫәбенә инә. Бынан тыш дәүләт оборона заказын үтәүсе предприятиелар ҙа бар.
– Был ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре мобилизацияланмай, уларға бронь бирелә,– тип белдергән БР сәнәғәт һәм энегетика министры Александр Шельдяев.
Унда эшләүселәр повестка алған икән, хәрби комиссариатҡа барып, бронь алыуға хоҡуҡтары булыуы тураһында документ алып барырға тейеш.
Фото: vktechno.ru