

Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич әйтеүенсә, резервистар Пенза, Һарытау, Ҡазан, Елань һәм Вольск ҡалаларындағы хәрби училищеларға һәм хәрби уҡыу үҙәктәренә юлланды.
Был урындарҙа уҡытыу-матди база, полигондар, уҡыу кластары, тренажерҙар булғанлыҡтан, буласаҡ хәрбиҙәрҙе урынлаштырыу, уларҙы туҡландырыу, мунса-кер йыуыу хеҙмәтләндереүе өсөн тейешле фонд булдырылған. Хәрби күнекмәләр бер айға яҡын дауам итәсәк.