Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь , 08:55

Рәсми осрашыуҙа - Бахрейн короллеге

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ислам эштәре буйынса юғары совет президенты Абдулрахман бин Мөхәммәд Әл-Хәлифә етәкселегендәге Бахрейн короллеге делегацияһы менән осрашты.

Рәсми осрашыуҙа - Бахрейн короллеге
Рәсми осрашыуҙа - Бахрейн короллеге

 Улар сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәр үҫеше мәсьәләләре хаҡында һөйләште.

Республикала Ислам эштәре буйынса юғары совет президенты халҡыбыҙҙың Исламды ҡабул итеүенә 1100 тулыуға һәм Рәсәй Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй Ислам университетының яңы корпустарын асыуға арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

– Миңә сираттағы тапҡыр Башҡортостанда булыу, шәхсән Һеҙҙең менән һәм мосолман ҡәрҙәштәр менән осрашыу насип итте. Килгән һайын республиканың яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрәбеҙ. Бында Һеҙҙең шәхсән ҡатнашлығығыҙ күренә, - тине Абдулрахман бин Мөхәммәд Әл-Хәлифә. - Бахрейн короле илегеҙҙе бик хөрмәт итә, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән яҡшы мөнәсәбәт һаҡлай.

 

Башҡортостан Башлығы республикала конфессия-ара килешеп йәшәүгә, традицион Ислам үҫешенә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в