Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь , 10:43

Повестка алмағандар сәйәхәткә сыға ала

"Ростуризм" башлығы Зарина Догузова белдереүенсә, әгәр ҙә запастағы кешегә хәрби комиссариаттан өлөшләтә мобилизацияға бәйле саҡырыу булмаһа, ул Рәсәй буйлап йә сит илгә ялға китә ала.

Повестка алмағандар сәйәхәткә сыға ала
Повестка алмағандар сәйәхәткә сыға ала

Федераль агентлыҡ башлығы был турала үҙенең телеграм-каналында яҙған.

Догузова һүҙҙәренсә, әлегә сикләү саралары тураһында мәғлүмәт юҡ. Шулай ҙа кеше ҡайҙалыр юлланыр алдынан үҙе теркәлгән военкоматҡа барып белешһә, яҡшыраҡ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в