Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь , 10:50

БР Конституция суды бөтөрөлә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  депутаттары «Башҡортостан Республикаһы Конституция судының эшмәкәрлеген туҡтатыу  тураһында» закон ҡабул итте.

БР Конституция суды бөтөрөлә
БР Конституция суды бөтөрөлә

Федераль ҡануниәттә 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем Рәсәй Федерацияһы субъекттарының конституция (устав) судтарын теркәү ҡаралған. БР  Дәүләт Йыйылышы– Ҡоолтайҙа белдереүҙәренсә, төбәк Конституция суды йыл аҙағына  тиклем эшмәкәрлеген  дауам итергә һәм ҡабул ителгән эштәрҙе тамамларға тейеш.

«Конституция судын бөтөрөү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу республика Хөкүмәтенә йөкмәтелә», - тип белдергән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Парламент спикеры һүҙҙәренсә, республикала Конституция советын булдырыу планлаштырыла. Уның эшмәкәрлеге айырым закон менән көйләнәсәк.

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в