Новости
20 Сентябрь 2022, 07:20

Президент грантын алырға теләһәгеҙ

Президент гранттары фондының 2023 йылдағы тәүге конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

Президент грантын алырға теләһәгеҙПрезидент грантын алырға теләһәгеҙ
Президент грантын алырға теләһәгеҙ



Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаризалар президентскиегранты.рф сайтында электрон формала ҡабул ителә, конкурс еңеүселәре 2023 йылдың 20 ғинуарына тиклем билдәләнә, ә хуплау тапҡан проекттарҙы финанслау 2023 йылдың 1 февраленән башлана. Ентеклерәк ошонда: https://vk.cc/cgIVAg

Проект буйынса һорауҙарығыҙ бармы?

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы мониторингылау, экспертиза үткәреү һәм булышлыҡ итеү хеҙмәте, йәғни Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ситтән тороп конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарын бушлай ҡарай. Бының өсөн, ойошманы күрһәтеп, nko-rb@mail.ru почтаһына тултырылған ғариза ебәрергә кәрәк.

Конкурста ҡатнашыу тураһындағы күпселек һорауҙарға яуаптарҙы фондтың президентскиегранты.рф сайтындағы «Ярҙам үҙәге»ндә табырға мөмкин.

Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ буйынса өҫтәмә рәүештә түбәндәге телефон аша мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8 (347) 218-12-52

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас