Новости
17 Сентябрь 2022, 05:45

Уттан бер ни ҙә ҡалмай...

7*8 өй ҙә янып бөтә, янында торған автомобиль дә зыян күрә, йорт хужаһы ла һәләк була.

Уттан бер ни ҙә ҡалмай...Уттан бер ни ҙә ҡалмай...
Уттан бер ни ҙә ҡалмай...

Бөгөн төндә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Туймазы районының Ғәфүр ауылында йорт яныуы хаҡында хәбәр килә. Фажиғә урынына шунда уҡ ҡотҡарыусылар оҙатыла. Ут сығыуы тураһында ваҡытында хәбәр итмәүҙәре сәбәпле 7*8 йорт янып бөткән була. Уның янында торған ВАЗ-2105 автомобиленә зыян килә. Ҡыҙғанысҡа күрә, янғын һүндерелгән мәлдә 1963 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.
Әле янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана, урында тикшереү эше бара.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас