Новости
17 Сентября 2022, 10:15

Ниндәй бутҡа файҙалыраҡ?

Балалар бутҡа ашарға бигүк яратмай.  Әммә ашатырға кәрәк, сөнки ул  туҡлыҡлы һәм   организм өсөн бик файҙалы ризыҡ.

Ниндәй бутҡа файҙалыраҡ?Ниндәй бутҡа файҙалыраҡ?
Ниндәй бутҡа файҙалыраҡ?

 Ярамалар – ҡатмарлы углеводтар сығанағы. Ул оҙаҡ үҙләштерелә һәм ҡанда шәкәр кимәлен  бер үк кимәлдә тоторға ярҙам итә.  Шуға күрә баланың энергияһы оҙаҡҡа етә.  Бутҡала крахмал  һәм күҙәнәклек бар.  Кархамла энергия бирә, ә күҙәнәклек   һимереүҙән һәм  ҡанда холестерин кимәле күтәрелеүҙән һаҡлай.  Углеводтарҙан тыш, бутҡа витаминдарға һәм  минераль матдәләргә бай.  Бер йәштән ҙур балаларға иң файҙалыһы – һоло һәм ҡарабойҙай бутҡаһы.  Һоло бутҡаһында В, РР, С  витаминдары һәм  фосфор, магний, аминоксилота һәм фермент кеүек микроэлементтар күп. Улар эсәктәрҙәге майҙы тарҡатырға ярҙам итә.

Ҡарабойҙай тимергә һәм кальцийға бай.  Тары  бутҡаһы А витаминына бай, организмдан артыҡ тоҙҙарҙы сығарырға булышлыҡ итә. Әммә тары ярмаһы  бала ашҡаҙанында насар үҙләштерелә.  Кукуруз бутҡаһында  микроэлементтар,  тештәргә ыңғай тәьҫир итеүсе кремний күп.  Калориялылығы әҙ булыу сәбәпле,  организмдан артыҡ майҙы сығарырға һәләтле. Бойҙай бутҡаһында көмөш, цинк һәм цирконий, В витамины бар.  Арпа бутҡаһы матдәләр алмашыныуын  яҡшырта,  микроэлементтарға, В витаминына бай. Манный бутҡаһы составында  углевод күп булыуға  ҡарамаҫтан,  минераль матдәләргә, аҡһымға һәм витаминдарға бай. Ундағы крахмалдың 70 проценты  бешергәндән һуң да һаҡлана. Манный бутҡаһы – кәүҙә ауырлығы йыя алмаған балалар өсөн бик шәп ризыҡ.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас