

Унда урмансылар, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар, тармаҡ ветерандары йыйылды. Тантананың хөрмәтле ҡунаҡтары иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Волга буйы федераль округы буйынса Урман хужалығы департаменты начальнигы Александр Орнатский, БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, шулай уҡ БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов булды. Байрам сараларға бай булыуы менән айырылып тоҙо. Тәүҙә Ҡышлау-Йылға ауылы янындағы майҙанда урман ҡырҡыусылар конкурсы ойошторолдо. Унда 5 кешенән торған 2 команда бысҡы әҙерләү, семәрләү, ағасты ботаҡтан таҙартыу буйынса конкурста көс һынашты.
Ныҡышмалы бәйгелә Асҡын урман хужалығының ағас әҙерләү бригадаһы мастеры Рәзил Муллайәнов иң күп мәрәй йыйҙы.
– «Урман ҡырҡыусы - 2022» һөнәри оҫталыҡ конкурсы районыбыҙҙа икенсе тапҡыр уҙғарыла. Конкурста оҫталар үҙҙәренең бөтә оҫталыҡтарын һәм һәләттәрен күрһәтте, Шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт, – ти ярыштарҙың баш судьяһы , Асҡын урман хужалығы директоры Мөнир Низамов.
Һуңынан сарала ҡатнашыусылар 150 миләш һәм йүкә үҫентеһенән торған Башҡортостан Республикаһы Урмансылар аллеяһын ултыртты. Урманды тергеҙеү эше традицион «Урманды һаҡлайыҡ» бөтә Рәсәй акцияһы барышында үтте. Тантаналы саралар урындағы ансамблдәрҙең һәм коллективтарҙың сығышы менән оҙатылып барҙы. Майҙансыҡта шулай уҡ һөнәрселәрҙең ҡул эштәре, урман хужалығы һәм урман янғындарын һүндереү сараларында ҡулланылған заманса техниканың һәм башҡаларҙың күргәҙмәләре ойошторолдо.