Новости
15 Сентябрь 2022, 10:00

Баҡалы ере яугир егет менән хушлашты

Бөгөн Ҡамай ауылында Украинала барған махсус хәрби операция мәлендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Марсель Муллағәләмовты һуңғы юлға оҙаттылар.

Баҡалы ере яугир егет менән хушлаштыБаҡалы ере яугир егет менән хушлашты
Баҡалы ере яугир егет менән хушлашты

Марселгә 25 йәш кенә булған. Ул 2020 йылдың декабрендә әрмегә алынған, Санкт-Петербургта хеҙмәт иткән. Егет ярты йылдан һуң контракт төҙөгән, СВО башланғандан алып Украина биләмәһендә 02511 хәрби часының МСБ наводчигы булған.

Һалдатты ерләү сараһында БР Хөкүмәте - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев сығыш яһаны һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика парламенты ағзаларының исеменән мәрхүмдең яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.  


"Мы провожаем в последний путь нашего земляка, бесстрашного защитника Отечества, настоящего героя, – тине Константин Толкачев. – Марсель Фанисович один из тех ребят, которые отдали свою жизнь за Россию и за мир на Донбассе. Уверен, дело, за которое погиб наш земляк, будет доведено его товарищами до конца. Великая миссия наших вооруженных сил по избавлению мира от фашизма и нацизма завершится победой!".

Хәрби бурысын үтәгәндә батырлығы өсөн БР Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы Марсель Муллағәлиев үлгәндән һуң генераль Шайморатов ордены менән наградланды.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас