Новости
12 Сентябрь 2022, 13:00

Туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн

2023 йылда Өфөнөң тарихи үҙәген төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланырға тейеш.

Туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөнТуристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн
Туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн

 Уны туристар өсөн уңайлы, төп йәлеп итеү объекттарын һәм ял урындарын берләштереп, күркәм һәм һәр кеше йөрөп күрерлек итергә ниәтләйҙәр. Был хаҡта БР Хөкүмәтенең  ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

Республика ҡалаларҙың туристик үҙәктәрен төҙөкләндереү буйынса проекттарҙың беренсе конкурсында еңеп сыҡҡайны . Өфөгә ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 210,7 миллион һум бүленә. Бынан тыш, баш ҡаланың тағы бер проекты - «Халыҡ-ара Өфө марафоны» - конкурс һайлап алыуы йомғаҡтары буйынса Рәсәй туризмы йүнәлеше буйынса финанс ярҙам аласаҡ.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас