Новости
7 Сентябрь 2022, 09:40

Черниковкалағы проблемалар ЦУР аша хәл ителгән

Социаль селтәрҙәргә ялыу-мөрәжәғәтте Калинин районындағы Черниковка урамы, 75/2 адресы буйынса йәшәүселәр яҙған.

Черниковкалағы проблемалар ЦУР аша хәл ителгәнЧерниковкалағы проблемалар ЦУР аша хәл ителгән
Черниковкалағы проблемалар ЦУР аша хәл ителгән

Беренсенән, кеше үткән һуҡмаҡ өҫтөнән электр бағанаһы ныҡ эйелгән булған. Шуның арҡаһында урам ихатаһын яҡтыртыуҙа өҙөклөк тә килеп тыуған. 

Икенсенән, эйелгән ағас сүп-сар сығарыусы машиналарға ҡамасаулаған. Ул туҡталҡалағы автомобилдәр өҫтөнә "бына-бына, ауам" тип тә торған.

ЦУр хеҙмәткәрҙәре Калинин районы хакимиәте менән бәйләнешкә ингән. Проблеманы хәл итеүҙә бер нисә ойошманың көсө, техника һәм башҡарыусыларҙы бәйләргә ваҡыт кәрәк булған. 

Ағасты ЖЭУ-47 хеҙмәткәрҙәре бысҡан. Электр бағанаһын һәм яҡтыртыуҙы "Уфагорсвет" тикшергән, ошо көндәрҙә бағананы төҙләп ултыртҡандар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас