Новости
4 Сентябрь 2022, 02:00

"Йондоҙло" табын - Рәзинә БИЛАЛОВА

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән йәш йырсы, “Юлдаш” йыры”, “Гәлсәр һандуғас” конкурстары лауреаты Рәзинә БИЛАЛОВА бүлешә.

“Өлөш” бәлеше

Өсәр ҡалаҡ ҡаймаҡ, үҫемлек майы, майонез һәм һыуҙы бергә бутарға ла, 80 г аҡ май, самалап тоҙ һәм 400 г он һалып, ҡамыр баҫырға. Әгәр үтә йомшаҡ булһа, ондо артығыраҡ һалырға ла ярай. Өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап, бер аҙ ултыртып торорға. Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Бының өсөн 300 г үткәрелгән һыйыр итенә ваҡлап туралған 1 һуған, уртаса ҙурлыҡтағы 6 картуфты өҫтәргә. Тәменә ҡарап тоҙ, ҡара һәм ҡыҙыл борос һалып, барыһын бергә яҡшылап бутарға. Ит майһыҙ икән, бәлеш ҡоро булмаһын өсөн эслеккә аҙыраҡ аҡ май һалырға кәңәш итәм.
Ҡамырҙы ун ҙур (бәлештең аҫҡы йәй­мә­һенә) һәм ун бәлә­кәй (өҫкө йәймәгә) өлөшкә бүләбеҙ һәм йәйәбеҙ. Ҙур йәй­мәнең уртаһына эслек һа­лабыҙ һәм бәләкәй йәймә менән ҡаплайбыҙ. Сит­тәрен йәбештереп сыҡ­ҡас, 180 – 200 градус ҡы­ҙыулыҡтағы мейестә 30 – 40 минут бешерәбеҙ.

Балыҡлы рулет

Был ҡабымлыҡты эш­ләүе мә­шәҡәт тыу­ҙырмай. Сөнки ма­газинда йоҡа ләүәш (лаваш) һәр ваҡыт һатыуҙа була.
200 г ыҫланған сөләймән балығы (лосось) итен йоҡа ғына киҫәктәргә телергә. Шулай уҡ кета ла ярай. Әгәр киҫәктәр ҙур булһа, 2 – 3 өлөшкә бүлергә мөмкин.
200 г йомшаҡ сырға ике ҡалаҡ ваҡлап туралған укроп һалып бутарға. Был массаны ләүәш өҫтөнә һыларға. Балыҡ киҫәк­тәрен сыр өҫтөнә теҙеп сыҡҡас, ләүәште рулет кеүек төрөргә. Уны фольгаға урап, 1 – 3 сәғәт һыуытҡыста тоторға. Табынға үткер бысаҡ менән телемдәргә ҡырҡып бирәләр.

     Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас