Новости
31 Август 2022, 08:40

"А-кафе" рестораны урынлашҡан урындан торлаҡ алмай тороғоҙ!

Алданған өлөшсөләр исемлеген тулыландырыуығыҙ ихтимал.

"А-кафе" рестораны  урынлашҡан урындан торлаҡ алмай тороғоҙ!"А-кафе" рестораны  урынлашҡан урындан торлаҡ алмай тороғоҙ!
"А-кафе" рестораны урынлашҡан урындан торлаҡ алмай тороғоҙ!

Былтыр Өфөнөң Октябрь проспектындағы «А-кафе» рестораны бинаһы һүтелгәс, ҡала халҡы аптырап, моғайын, бында торлаҡ төҙөйҙәрҙер, тип фаразлағайны.  Күҙаллауҙар раҫҡа сыҡты. БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 2019 йылда “Проспект” махсус төҙөлөш ойошмаһына торлаҡ комплексы төҙөүгә рөхсәт биргән булған.

Әлеге көндә төҙөлөш  билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә.

   Мәғлүм булыуынса, Өфө ҡалаһы хакимиәте Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығының ошо ерҙе файҙаланыуға рөхсәт биреүе тураһындағы ҡарарын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныуҙы һорай. Яуап тотоусы – Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы. Башҡортостандың Арбитраж судында эште ҡарау дауам итә.

Баш ҡала мэрияһы, төҙөлөшкә рөхсәт биреү ғәмәлдәрен туҡтатып тороуҙы һәм был ерҙә һәр төрлө төҙөлөш эштәрен башҡарыуҙы тыйыуҙы  юллап, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығының участканы файҙаланыуға рөхсәт биреү тураһындағы ҡарарын ғәмәлгә яраҡһыҙ, тип таныуҙы һорай.

  Ошо тирәлә йәшәгән халыҡ та торлаҡ комплексы һалыуға ҡаршы . Уларҙың дәлилдәре нигеҙле: биләмәлә былай ҙа тығыҙ, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында урын юҡ. Бынан тыш, күп ҡатлы йорттар биҫтәнең архитектур йөҙөнә лә кире йоғонто яһар ине.

БР Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ла Арбитраж судҡа объект төҙөүгә бирелгән рөхсәтте законһыҙ тип таныу тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итә. 25 августа комитет Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мотлаҡ талаптарҙы боҙоуға юл ҡуйырға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртә һәм йорт һалыуға рөхсәт биреү ғәмәлдәрен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итергә тәҡдим итә. Эште ҡарау 5 октябргә тәғәйенләнә.Өфөләге күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһендә эшләгән юрист Александр Иванов әйтеүенсә, “А-Кафе” урынында торлаҡ комплексы төҙөлөшө ҡайтанан башланған осраҡта, унан фатир һатып алыусылар өсөн билдәле бер дәрәжәлә хәүеф бар. Суд эштәренең оҙаҡҡа һуҙылыуы, һөҙөмтәлә йорт һалыу срогының да билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелеүе ихтимал. Өҫтәүенә, төҙөлөшкә ҡырҡа ҡаршы булған урындағы халыҡты ла иҫәпкә алмау мөмкин түгел, ти эксперт.

  Был йорттан фатир алырға теләгәндәргә ныҡлы уйларға кәрәк: төҙөлөшкә бәйле мәсьәләлә билдәһеҙлек булғанда, аҡса һалыу аҡыллы аҙыммы? Алданған өлөшсөләр исемлеген дә тулыландырыуығыҙ ихтимал.

 

Фото: : ufaved.info

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас