Новости
30 Августа 2022, 07:35

2023 йылдың ял көндәре билдәле булды

Рәсәй Хөкүмәте киләһе йыл өсөн эш һәм ял көндәре календарын күрһәтте. Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, дуҫтарығыҙға ебәрегеҙ.

2023 йылдың ял көндәре билдәле булды2023 йылдың ял көндәре билдәле булды
2023 йылдың ял көндәре билдәле булды

 Яңы йылда 1 һәм 8 ғинуар йәкшәмбегә тура килә. Был көндәрҙә кеше эшләмәгәс, уларҙы 24 фералгә (йомаға) һәм 8 майға (дүшәмбегә) күсерергә ҡарар ҡабул ителде.

Яңы йыл каникулдары 2022 йылдың 31 декабрендә башланып 2023 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.

Ял көндәренә тура киләләр:

- 23-26 февраль;
- 8 март;
- 29 апрель-1 май;
- 6-9 май;
- 10-12 июнь;
- 4-6 ноябрь.

Башҡортостанда өҫтәмә ял көндәре:
21 апрель - Ураҙа байрамы,
28 июнь - Ҡорбан байрамы,
11 октябрь - Республика көнө.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас