Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2022, 15:30

" Тәбиғи мөхиткә экологик зыян килтерелергә тейеш түгел"

29 августа Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

" Тәбиғи мөхиткә экологик зыян килтерелергә тейеш түгел"
" Тәбиғи мөхиткә экологик зыян килтерелергә тейеш түгел"

 Быйыл июль айында «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында»ғы федераль законға ҡайһы бер үҙгәрештәр көсөнә инде, тип билдәләне Андрей Назаров. Атап әйткәндә, 2030 йылдың 1 ғинуарынан икенсел ресурстарҙы күмеүҙе тыйыу ҡарала. Шулай уҡ уларҙы мотлаҡ утилләштереү индерелә. Был ваҡытҡа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлөшөндә бөтә төп мәсьәләләр ябылырға тейеш. Тәү сиратта был эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса объекттар төҙөүгә ҡағыла.

- Республикала был йүнәлештә эшләргә әҙер инвесторҙар бар. Мәҫәлән, «Сибай сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы» компанияһы сорттарға айырыу объектын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башланы. Әммә планлаштырғанда халыҡ фекере иҫәпкә алынмаған. Мин сибайҙар менән аралаштым, һәм беҙ проектты тормошҡа ашырыу өсөн альтернатив майҙансыҡ һайлау тураһында ҡарар ҡабул иттек. Республика Башлығының 310-сы Указы менән 2030 йылға тиклем 10 сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы һәм 10 полигон төҙөү ҡаралған. Шуға күрә халыҡ менән был мәсьәләләрҙе әле үк хәл итергә кәрәк. Төҙөлөш башланғанға проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡтар буйынса бәхәсле хәлдәр килеп тыуып,халыҡ уңайһыҙлыҡ кисермәһен. Инвесторҙар аҡсаны юғалтырға тейеш түгел. Тәбиғи мөхиткә экологик зыян килтерелергә тейеш түгел. Был өс мөһим принцип һәм уларҙы мотлаҡ үтәргә кәрәк, - тине Андрей Назаров.

Федераль закондың тағы бер үҙгәреше физик шәхестәргә ҡағыла. Халыҡҡа 2023 йылдың 1 мартынан контейнер майҙансыҡтарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу йәки икенсел ресурстар йыйыу урындарына тапшырыу (мәҫәлән, макулатура, металл һыныҡтары, эшкәртелгән батарейкалар ҡабул итеү пункттарына һәм башҡалар) бурысы билдәләнә.

– Бында республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы етди эш башҡарҙы ла инде. Рәсәй төбәктәре араһында иң ҙур федераль субсидия күләмен алыу кәрәклеген дәлилләүгә өлгәштек. Сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға Башҡортостанға 168,7 миллион һум бүленәсәк. 24 августа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, - тине Андрей Назаров.

Фекер алышыу тамамланғас, Премьер-министр бер нисә йөкләмә бирҙе.

– Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға федераль субсидия аҡсаһын ваҡытында үҙләштереүҙе тәьмин итергә. Финанс министрлығына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтарын әҙерләүгә сығымдарҙы субсидиялауға республика бюджетынан аҡса бүлеү мөмкинлеген ҡарарға. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә өмәләр үткәргәндә сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарын ойошторорға һәм уларҙың урынлашҡан урындары тураһында мәғлүмәтте ҡатнашыусыларға еткерергә, идара итеүсе ойошмаларҙы йәлеп итеп көҙгө өмәләр ойошторорға, халыҡты йыйыштырыу өсөн кәрәкле инвентарь һәм сүп-сарҙы үҙ ваҡытында сығарыу менән тәьмин итергә, 2022 йылдың 24 сентябрендә «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика экологик өмәһен уҙға үткәрергә кәрәк, - тине Андрей Назаров.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас